Башҡортостанда Крещение байрамына 100-гә яҡын мәке әҙерләнде

Башҡортостанда христиан динен тотоусылар һыуға сумыу йолаһын үтәһен өсөн 100-гә яҡын мәке уйылған. Диндарҙарҙың хәүефһеҙлеген меңдән ашыу ҡотҡарыусы, полиция хеҙмәткәрҙәре һәм табиптар тәьмин итә. Руханиҙар һыуға доға ҡылғандан һуң унда ҡойонорға мөмкин. Өфөнөң Ленин районында ҡойоноу урыны Ағиҙел йылғаһы буйында, «Водник» стадионы бимәһенә яҡын күлдә йыһазландырылған. Мәкегә төшөү өсөн баҫҡыстар, хәүефһеҙлек кәртәләре ҡуйылған, ошонда уҡ ҡотҡарыусылар дежурҙа. Кейем алмаштырыу өсөн йылы палаткалар бар, һыуға сумып сыҡандар ҡайнар сәй һәм ҡарабайҙай бутҡаһы меннә һыйлана ала.