Башҡортостанда йәшәүселәр көн һайын бер нисә миллион һум аҡса юғалта

Сумма мутлашыусыларға күсерелә. “Кешеләр күп осраҡта ялған инвесторҙарға ышана. Тиҙ арала ҙур табыш алырға ниәтләй. Халыҡты иғтибарлы булырға саҡырабыҙ”, - тип белдерәләр Эске эштәр министрлығынан.  “Шикле ҡушымталарҙы файҙаланыу хәүефле. Иғлан һәм рекламаға ышанып, ниндәйҙер ойошмаға аҡса һалыу ҙур юғалтыуҙарға килтереүе ихтимал”, - ти финанс белгесе Фатима Янбаева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Белгестәр халыҡҡа кредит һәм займдар алыуға тыйыу ҡуйырға кәңәш итә. Уны Дәүләт хеҙмәттәре порталында эшләргә була. Быйыл республикала 14 мең кеше ошондай мөмкинлек менән файҙаланған. Былтыр ярты миллиондан ашыу кеше үҙенә кредит алыуҙы тыйған. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан илдәге иң әүҙем өс төбәк исемлегендә. Беренсе һәм икенсе урында Мәскәү һәм Санкт-Петербург.