Республика башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланан 11 йәшлек Богдан Әбиловтың хыялын тормошҡа ашырҙы. «Теләктәр шыршыһы»нда ҡатнашҡан малай өсөн Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында махсус рейс ойошторолдо. Терминал һәм музейға экскурсиянан һуң ул һауа судноһының экипаж кабинаһында булды, командирҙан самолет менән идара итеү буйынса оҫталыҡ дәресе алды. Богдандың тәьҫораттарын БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина белеште.
Богдандың «Өфө» аэропортына сәйәхәте граждандар авиацияһы тарихы музейынан башланды. «Теләктәр шыршыһы» акцияһында ҡатнашып, пилот булыу хыялы менән уртаҡлашҡан малай экскурсияға әсәһе һәм ҡустыһы менән бергә килгәйне. Республикала аэропорт һәм авиация үҫеше этаптары менән танышҡандан һуң улар самолет макеттарын ҡараны. Махсус формала йөрөү ҙә-ҡунаҡтарҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Өфөнән 11 йәшлек малайҙың теләген Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тормошҡа ашырҙы.
Төбәк етәксеһе Богдандың хәлен һорашты. Малай «Салют» комплексында реабилитация үтә, «Йондоҙ» мәғариф үҙәгенә йөрөй. Ижади эштәр менән шөғөлләнергә, айырыуса һүрәт төшөрөргә ярата. Бер тапҡыр ҙа самолетта осҡаны булмаһа ла, һауа судноһын күреү, уның менән идара итеү теләге ҙур.
Богдан Сочиға барырға, диңгеҙ күрергә лә хыяллана. Ә бөгөнгә ҡунаҡтар өсөн икенсе программа-«Теләктәр шыршыһы» акцияһына ярашлы, аэропортта махсус рейс ойошторола. Терминалда самолетҡа билеттар ҙа алынды.
Аэропорттың эске рейстарҙы хеҙмәтләндергән терминал эшмәкәрлеге менән танышҡандан һуң ҡунаҡтарға производство-диспетчер үҙәгенә экскурсия ойошторолдо. Самолеттарҙы ремонтлау процессын күреү ҙә балаларҙың пилот һөнәренә ҡыҙыҡһыныуын тағы ла арттырҙы
Омск-Өфө рейсын балалар ҡыуанып ҡаршы алды. Сөнки билеттар тап ошо самолетҡа алынғайны. Һауа судноһына тәүге тапҡыр күтәрелгән балалар шунда уҡ экипаж кабинаһына йүгерҙе. 16 йыл авиацияға хеҙмәт иткән Василий Воробьев балаларҙы сәләмләп, штурвалға ултыртты. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ прибор-панелдәрҙең тәғәйенләнешен аңлатты.
Богдан самолеттан сығыу менән хыялының тормошҡа ашыуына шатлығын белдерҙе.
«Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһы 2018 йылда старт алғайны, ул мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың теләктәрен тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән бергә мәрхәмәтлек сараһында Хөкүмәт ағзалары, депутаттар, район-ҡала хакимиәттәре етәкселәре лә ҡатнаша.
Богданға килгәндә, авиация серҙәре менән танышҡандан һуң үҫмерҙең пилот булыу хыялы нығынды ғына. Һауа судноһы экипажы менән аралашыуҙан тыш, бөгөн ул ҡустыһы Арсений менән бергә кинологтар эше менән танышты. Аэропорт тарафынан иҫтәлекле бүлектәр алыу ҙа балаларҙың кәйефен күтәрҙе.
Гөлназ Хәйбуллина