Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хәбәр итә. Республикала һыуҙа ҡойоноу өсөн бөтәһе 99 мәке уйылған. Ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә дежурҙа торҙо, ә медицина хеҙмәткәрҙәре кәрәк булғанда тиҙ арала ярҙам күрһәтергә әҙер ине. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында, халыҡ араһында аңлатыу эштәре лә алып барылды. Киң мәғлүмәт саралары, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә һыуҙа үҙеңде нисек тотоу, мәке янында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлешенә арналған һорауҙарҙы яҡтыртты.