Башҡортостандың урман фонды 100 процентҡа йыһан мониторингына алынған

Башҡортостандың урман фонды 100 процентҡа йыһан мониторингына алынған. Был төбәктең федераль урман хужалығы агентлығы менән системалы эш һөҙөмтәһе. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, 2018 йылда урман фондының ни бары 6 проценты ғына спутник күҙәтеүендә булһа, бөгөн ул 5,7 миллион гектар тәшкил итә.

Былтыр ғына система урман ҡануниәтен боҙоуҙың 71 осрағын асыҡларға ярҙам иткән. Спутниктар барыһын да-рөхсәтһеҙ урман ҡырҡыусыларҙың эшен генә түгел, ә ҡуртымсылар яғынан ҡағиҙә боҙоуҙарҙы ла теркәй. Декларацияһыҙ эшләү, участкаларҙы үҙ белдегең менән биләү, ваҡыты үткән документтар менән эш итеү-барыһы ла ус төбөндәгеләй күренә. Һәр төрлө хоҡуҡ боҙоуҙарҙы кисекмәҫтән туҡтатасаҡбыҙ, ғәйеплеләр яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.