Өфөнөң Октябрь районында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы асылды. Үҙәктә ветерандар ойошмаһы, мәғариф учреждениелары менән берлектә гуманитар ярҙам йыйыу, илһөйәрлек саралары уҙғарыу буйынса комплекслы эш алып барыласаҡ. Яңы бинаға күсенгән штабта беҙҙең ижади төркөм дә булды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир Эльвир Хөснөтдинов ирекмәндәр штабында ҡунаҡта булып, шифалы сәй әҙерләү процессы менән танышты. Яңы асылған үҙәктә һалдат почтаһы ла эшләй, алғы һыҙыҡтағыларға изге теләктәр менән открытка, хаттар ҡабул ителә.
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы Өфөнөң Октябрь районында йәшәгән изге күңелле кешеләрҙе берләштерә. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә социаль-көнкүреш ярҙам күрһәтә, гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнаша, ветерандар менән берлектә илһөйәрлек саралары ла уҙғарыла.
Ирекмәндәр штабы яңыртылған бинала эш башланы. Бер ҡыйыҡ аҫтында «Фристайл» үҫмерҙәр клубы ла эшләй. Үҫеп килгән быуын өсөн күп төрлө оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу ҡаралған. Шулай уҡ улар ирекмәнлек эшенә лә йәлеп ителәсәк. Уҡыусылар быға тиклем дә ай һайын алғы һыҙыҡтағыларға хаттар яҙған.
Ирекмәндәр штабы ҡарамағында музей ҙа булдырылған. Бында тарихи мәғлүмәттәрҙән тыш, махсус хәрби операцияға бәйле экспонаттар ҙа тупланған.
Өфөнөң Октябрь районында йәшәүселәр алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам оҙатыуҙа әүҙемлек күрһәтә. Һәр белем усағы, мәҙәнит учреждениеһында изге башланғыстар тормошҡа ашырыла, ветеран ойошмалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. Яңы асылған штаб та Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индерәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина