Уҡыу йорттарына заманса технологиялар, эш биреүселәргә әҙер белгестәр. Кластерҙарға берләшеү һөҙөмтәһе ике яҡ өсөн дә отошло. Башҡортостанда улар һанына арттырыу мөһим. Был турала урта һөнәри белем биреү буйынса республика советы ултырышында билдәләнде. Кәңәшмә Салауат мәғариф һәм һөнәри технологиялар колледжында үтте.
Башҡортостандың иң ҡунаҡсыл үҫмерҙәре бында. Ни тиһәңдә улар ҡунаҡтар ҡаршылау оҫталығына диплом алып сыға. Салауат мәғариф һәм һөнәри технологиялар колледжы туризм өлкәһе белгестәре әҙерләй. Студенттар туҡландырыу сервисы, гид оҫталығы, экскурсоводтар һәм отель хеҙмәткәрҙәре һөнәрен үҙләштерә. Ә уҡыуҙар парта артында ғына түгел. «Профессионалитет» федераль программаһында ҡатнашып уҡыу йортон тулыһынса замансалаштырыуға өлгәшелгән. Студенттар өсөн ысын ресторандар, аш һыу бүлмәләре, туризм төрҙәре өлгөләре ойошторолған.
Колледжды модернизациялауға буласаҡ эш биреүселәр ҙә өлөш индергән. Урта һөнәри белем биреү кластерҙары ла тап ошо хеҙмәттәшлекте маҡсат итеп ҡуя. Йәғни эш биреүселәр буласаҡ хеҙмәткәрҙәрҙе парта артында уҡ хәстәрләй. Үҙ сиратында юғары әҙерлекле белгестәр ала.
Салауат мәғариф һәм һөнәри технологиялар колледжында үткән кәңәшмә лә тап кластерҙарҙы үҫтереүгә арналды. Әле республикала ошондай 19 кластер булдырылған. Быйыл исемлекте тағы ла ун урта һөнәри белем биреү учреждениеһы тулыландырасаҡ. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев әйтеүенсә, һөнәри белем алырға теләүселәр йылдан йыл арта ғына. Белем биреү менән бер рәттән тәрбиәүи эште лә камиллаштырыу мотлаҡ.