Белем биреүҙә яңы алымдар. Өфөнөң 40-сы мәғариф үҙәгенең Һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Анастасия Конобееваның һәр дәресе үҙенсәлекле программаға ҡоролған. Педагог үҙенең уңыштары менән үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә лә бүлешә. Ул көтмәгәндә халыҡ һөйөүен яулап, яҙылыусылар һанын арттыра. Блогер-уҡытыусы менән БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин танышты.
Анастасия Конобеева балаларға белем биргәндә тау аҡтарырлыҡ мәғариф программаһы түгел, ә ғәҙәти алымдар ҡулланып эш итә. Һәр уҡыусыға шәхсән мөнәсәбәт булдырылған. Бигерәк тә, һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы уҡытҡанда иғтибарлы. Һынлы сәнғәт уҡытыусыһы дәрестәрендә ҡул моторикаһына файҙалы күнегеүҙәрҙе һайларға тырыша.
Анастасия Конобеева йылдар дауамында тупланған тәжрибәһен башҡалар менән дә уртаҡлаша. Социаль селтәрҙәрҙең береһендә ул айырым блог алып бара. Унда белем биреү алымдарынан тыш, балаларҙың тормош тураһындағы фәлсәфәүи уйланыуҙарына ҡоролған видеояҙмаларҙы ла табырға мөмкин. Яҙылыусылар һаны 30 меңдән артҡан. Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты уҡытыусыларҙың заманса алымдар менән эш итеүҙәрен хуплай.
Ошо рәүешле уҡытыусылар хәҙерге быуын балалары менән уртаҡ тел табырға тырыша. Улар менән бер тулҡында, йә иһә трендта булыуҙы Анастасия Конобеева үҙ миҫалында иҫбатлай.
Азат Ғәлиуллин