Был турала республика хөкүмәте ултырышында белдерелде. Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, уҙған йылда 13 миллиард ярым һумлыҡ инфраструктур кредиты алыуға ғариза хупланған. Был Өфө аръяғы үҫешенә ҡеүәт бирә. Киләсәктә 12 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөү мөмкинлеге була.