Илдар Абдразаҡов “Тауыш” проектында остаз булды

Беренсе каналда был аҙнала популяр телешоуҙың яңы миҙгеле башлана. Яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең халыҡ артисы Илдар Әмир улы унда жюри ағзаһы булараҡ ҡатнаша. Башҡарыусыларҙың сығышын шулай уҡ Анна Асти, Пелагея һәм Владимир Пресняков баһалай. “Тауыш – үтә нескә эш. Ул йәнле һәм һүҙҙәргә ҡарағанда ла күпте һөйләй. Бында йырсыларҙы тыңлайбыҙ, һайлайбыҙ, бәхәскә инәбеҙ, шатланабыҙ һәм көйәбеҙ”, - тип яҙған социаль селтәрҙә Илдар Абдразаҡов. “Тауыш” проектының яңы сығарылышы 23 ғинуарҙа була.