23 ғинуарҙа Әлшәйҙә берҙәм ҡабул итеү ойошторола. Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаилә ағзалары мөрәжәғәттәре ҡарала. Осрашыуға шулай уҡ Бишбүләк, Дәүләкән, Миәкә, Ауырғазы райондары халҡы ла саҡырыла. Унда юрист, психологтар һәм суд приставтары, район дауаханаһы табиптарынан кәңәш алырға була.