78 йәшлек ханым ҡыҙының барлыҡ аҡсаһын таныш булмаған кешеләргә тоттороп сығарған. Мутлашыу схемаһы үҙен курьер итеп таныштырған ирҙең шылтыратыуынан башлана. Посылканы алыу һылтауы менән ул пенсионерҙан смс-хәбәрҙе раҫлаусы кодты һорай. Һуңынан ҡатынға банктан, полициянан ялған шылтыратыуҙар була. Мутлашыусылар пенсионерҙы телефонына ҡушымта ҡуйырға мәжбүр итә һәм көн буйына уның менән видеобәйләнештә була. Ышанысҡа инеп ханымдан йыйылған аҡсаларын курьерға тапшырырға ҡушалар. Ул таныш булмаған кешегә 1 миллион ярым һум аҡсаһын биреп сығара.