Пилотһыҙ система ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәргә льгота бар

Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт буйынса контракт төҙөгән студенттар өсөн льгота ҡаралған. Уларға академик отпуск бирелә. Түләүле бүлектә белем алғандар хәрби хеҙмәттән һуң бюджет нигеҙендә уҡыуын дауам итә ала. Был турала Республика контракт буйынса хеҙмәткә  алыу пункты етәксеһе Сергей Родинко белдерҙе. Хәрби килешеү кәмендә бер йылға төҙөлә. Алынған һөнәр үҙгәрмәй, һалдаттың ризалығынан тыш уға башҡа вазифа йөкмәтергә ярамай. Дрондар менән һөҙөмтәле идара итеүселәр өсөн 500 мең һумға тиклем аҡса  түләү ҡаралған. Контракт 18 йәштән 45 йәшкә тиклемге ир-егеттәргә  тәҡдим ителә.