Бөгөн илдә инженер ғәскәрҙәре көнө

Рәсәй Оборона министры Андрей Белоусов хәрбиҙәрҙе һәм Ҡораллы Көстәр ветерандарын байрам менән ҡотланы. “Хәрби инженерҙар бурысын намыҫ менән үтәй. Бөгөн махсус хәрби операция барышында инженер ғәскәрҙәрҙең шәхси составы юғары оҫталыҡ һәм Ватанға тоғролоҡ күрһәтә, яуаплы бурыстарҙы теүәл үтәй.  Дошмандың хәрби көсөн кәметә, миналар ҡуя, биләмәләрҙе шартлатҡыстарҙан таҙарта, күперҙәр һала”, - тиелә Оборона министры Андрей Белоусовтың ҡотлауында. Яҡташыбыҙ Алмас Латыпов Миәкә районы Боғҙан ауылы егете. 12-се инженер бригадаһының понтон батальонында хеҙмәт итә. Подразделение күперҙәр һала. Алмас Латыпов 2022 йылдан башлап махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Уға Рәсәй Президенты указы менән Батырлыҡ ордены тапшырылған.  

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Марсель Фәрхетдинов “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының инженер-сапер ротаһында хеҙмәт итә. Фронтта күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт