Өфөлә парикмахер хәйриә эшен башланы

Өфөнән Лилиә Недоспасова Республика мәшғүллек үҙәге аша парикмахер һөнәренә уҡып, хәйриә эшен башлаған. Ул заявкалар буйынса аҙ мобилле граждандар, инвалидтар, хаҡлы ялдағылар һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең өйҙәренә барып сәс ҡырҡа. Оҙаҡ йылдар юрист булып эшләгән ҡатынды яңы эшкә ғаиләһендәге ҡатмарлы ваҡиға этәргән. Башта тормош иптәше махсус хәрби операцияға юлланғас, уның менән бергә алғы һыҙыҡҡа барып ирекмәнлек эше алып барған. Ире хәбәрһеҙ юғалғас, ҡайтып яңы һөнәргә уҡыған. Бер йыл дауамында мохтаж кешеләрҙең сәсен ҡырҡҡан яҡташыбыҙ билдәләүенсә, парихмахер булыу күңел тыныслығы өҫтәй.

Республика мәшғүллек үҙәге аша уҡыу өс ай дауам итте. Көн һайын практикала белемемде.нығыттым. Һуңынан мин был хеҙмәткә айырыуса мөмкинлектәре сикләнгән граждандар һәм балалы ғаиләләрҙә ихтыяж юғары булыуына инандым. Клиенттарҙың өйҙәренә барып сәс ҡырҡыу оҡшай. Йәмғиәткә файҙа килтерергә тырышам.

Лилиә Недоспасова, парикмахер

Өфөнән Айһылыу Сиражетдинова-өс бала әсәһе. Парикмахер Лилиә Недоспасова тураһында таныштарынан ишетеп оҫтаны өйөнә саҡырған. Ҡатын билдәләүенсә, айырыуса ҡышҡы миҙгелдә балалар менән юл йөрөү ҡатмарлы, шуға күрә бындай хеҙмәт менән ҡулланыу күпкә отошло.

Лилиә яҡшы, заманса ҡорамалдар менән эшлэй, һөнәренең оҫтаһы. Балалар менән дә тиҙ уртаҡ тел тапты, улым менән ҡыҙым да сәстәрен ҡырҡҡанда үҙҙәрен тыныс тоттолар. Рәхмәт.

Айһылыу Сиражетдинова, күп балалы әсә