Күңелһаҙ осраҡ Күмертауҙың Пушкин урамында теркәлгән. 10-сы модель «ВАЗ» автомобиле водителе тиҙлеген кәметмәйенсә, юл аша үтеп барған ҡатынға һәм уның балаһына бәрелә. Водитель ваҡиға урынын ташлап ҡаса. Авария һөҙөмтәһендә ике һәм алты йәшлек ҡыҙҙар дауаханаға оҙатыла. Эҙләү саралары барышында автомобиль алыҫ булмаған урында табыла. Рулдә 23 йәшлек иҫерек егет булыуы асыҡлана. Ваҡиға урынын ҡалдырған өсөн суд ҡарары менән ул 14 тәүлеккә ҡулға алынған. Шулай уҡ балаларҙың һаулығына зыян килтереү осрағы буйынса административ тикшереү үткәрелә. Уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.