Башҡортостанда урындағы башланғыстарҙы һайлап алыу башлана

Конкурста ҡатнашыусыларҙан ғаризалар 29 ғинуарҙан 27 февралгә  тиклем Финанс тикшеренеүҙәр үҙәгендә ҡабул ителә. Республика финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская белдереүенсә, программа урындағы  проблемаларҙы  хәл итеүгә  йүнәлтелгән.  Бының  өсөн  республика бюджетынан субсидия  бүленә.  Һәр проектҡа иң күбе 1 миллион 200 мең һум ҡаралған.