Федераль именлек хеҙмәте Өфөләге полиция бүлектәренең береһендә терактты иҫкәртте

Енәйәтселәрҙең икеһе лә Үҙәк Азия республикаһы гражданы-Рәсәйҙә тыйылған халыҡ-ара террористик ойошма ағзалары булып сыға. Махсус хеҙмәт мәғлүмәттәре буйынса, улар ҡорал һәм шартлатҡыс ҡоролма өсөн компоненттар һатып алған, әммә бәхеткә күрә, йыйып өлгөрмәгән. Ҡулға алған ваҡытта ир-аттарҙың береһе ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтә һәм яуап уты менән юҡ ителә. Икенсеһе ҡулға алына. Көс хеҙмәткәрҙәре араһында зыян күреүселәр юҡ. Енәйәтселәр йәшәгән урында тентеү үткәрелә һәм ҡулдан эшләнгән шартлатҡыс компоненттары, тыйылған ойошма символикаһы табыла. Осраҡ буйынса «Аңлы рәүештә террор ғәмәле ҡылырға маташыу» һәм «Террористик ойошма эшмәкәрлегендә ҡатнашыу» статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.