Башҡортостанда янғындар 11 кешенең ғүмерен өҙгән

Башҡортостанда йыл башынан янғында 11 кешенең ғүмере өҙөлгән, тиҫтәләгән кеше утта төрлө тән йәрәхәттәре алған. Тән бешеүҙе дауалау үҙәгендә йылына 1300 пациент дауалана, уларҙың байтаҡ өлөшөн балалар тәшкил итә. Яңы йыл төнөндә утта зыян күргән пациент тураһында тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

80 процент тәне янған Айрат Батыровҡа табиптар икенсе ғүмер бүләк иткән тип әйтергә мөмкин. Яңы йыл төнөндә мунсала ут тоҡандырыу шыйыҡсаһы шартлап пациент зыян күргән. Ашығыс ярҙам хеҙмәте менән дауаханаға килтерелгән ир бер нисә тәүлек реанимация бүлегендә ҡала. Күптән түгел дөйөм палатаға күсерелгән пациент ул төндө ҡурҡыныс төш кеүек хтерләй.

Республика тән бешеүҙе дауалау үҙәгенә төрлө-район ҡалаларҙан ауыр хәлдәге пациенттар килтерелә, учреждениела йылына мең ярым кешегә, шул иҫәптән балаларға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә.Яңы йыл байрамдарына табиптар өҫтәмә бригада менән дежур сменаға сыға. Хәйер, фейерверк һәм петардалар шартлатыу тыйылғас быйыл пациенттар һаны кәмеүе күҙәтелә.

Ҡыш көндәрендә янғын сығыу осраҡтары һыуыҡ көндәрҙә күпләп теркәлә. Йортто йылытыу маҡсатында электр приборҙары көсөргәнешле режимда эшләй, мейес яғыла. Синоптиктар алдағы көндәрҙә лә республикала һыуыҡтар көтөлә тип фаразлай.

Йыл башынан төбәктә 230 янғын осрағы теркәләгән. Төрлө сәбәптәр буйынса сыҡҡан янғында 11 кешенең ғүмере өҙөлгән. Фажиғәле хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн белгестәр хәүефһеҙлек талаптарына иғтибар итергә, ут менән һаҡ булырға кәңәш итә.

Флорида Миһранова