Өфөлә Коммунистар партияһы вәкилдәре Владимир Ленин һәйкәленә сәскә һалды

Шулай итеп улар совет дәүләтенә нигеҙ һалыусының вафатына 102 йыл тулыуҙы билдәләне. Октябрь революцияһы йыллығы, бөйөк юлбашсының тыуған көнө кеүек иҫтәлекле даталарға арналған саралар йыл һайын үткәрелә. Был көндәрҙә фракция ағзалары һәм уның яҡлылар Владимир Ильичтың һәйкәленә сәскә һала, республиканың төрлө төбәктәрендә тематик осрашыуҙар үткәрелә.