Башҡортостан урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһына әҙерлек башланды

Башҡортостан урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһына әҙерлек башланды. Быйылдан уҡырға инеү ҡағиҙәләре лә үҙгәрә. Колледж, техникумдарҙы тамамлаған абитуриенттар мәҫәлән, юғары уҡыу йортона үҙенең йәки оҡшаш профиле буйынса ингән осраҡта Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырмай. Шулай уҡ мәғариф учреждениеһынан бер нисә квалификация алып сығыу мөмкинлеге лә ҡаралған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Мансур Сәйетғәлиев бала саҡтан эшсе һөнәрҙәргә ғашиҡ. Машиналар эшләү һәм авиация двигателдәрен етештереү ойошма-предприятиеларында эшләп тәжрибә туплаған белгес бөгөн студенттарға белем бирә. Уҡыу-уҡытыу программаһын тәүҙә ул эшсе һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙан башлай. Артабан, үҙ миҫалында тармаҡ нескәлектәренә төшөндөрә.

Әйткәндәй, быйылдан ҡабул итеү кампанияһында колледж, техникумдарҙы тамамлаған абитуриенттар өсөн яңылыҡтар индерелде. Улар юғары уҡыу йортона үҙенең йәки оҡшаш профиле буйынса ингән осраҡта Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырмай.

Өфө фән һәм технологиялар университетында быйыл бюджет урындары ла арта. Шулай уҡ юғары уҡыу йортонда студент бер диплом менән ике квалификация алырға мөмкинлек биргән программа эшләй башланы. Юғары уҡыу йортонда бөгөн «Энергетикала автоматик идара итеү системалары», «Һанлы химия» һәм «Интеграцияланған маркетинг коммуникациялары» кеүек өс йүнәлеш буйынса 100-ҙән ашыу студент белем ала. Студентҡа бер юлы ике бакалавр, һуңынан магистр программаларын үҙләштерергә мөмкин. Икенсе һөнәр төп һөнәрҙе тулыландырып, бушлай бирелә.

Ә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында иһә алты программа эшләй башлаясаҡ. Йәғни, ике профиль буйынса белем алған студент, тағы өҫтәмә курс үтә ала. Ҡабул итеү кампанияһына бәйле ҡағиҙәләр менән юғары уҡыу йортоноң рәсми сайттарында танышырға мөмкин.

Азат Ғәлиуллин