Өфөлә Ғәли Соҡоройҙо иҫкә алалар

Башҡорт дәүләт филармонияһында әҙәби-музыкаль кисә була. Ул танылған мәғрифәтсенең тыуыуына 200 йыл тулыуға арнала. Ғәли Соҡорой башҡорт әҙәбиәтендә тәрән эҙ ҡалдырған шәхес. Абруйлы уҡытыусы һәм дин эшмәкәре була. Республикала мәғрифәтсенең исемен мәңгеләштереүгә ҙур иғтибар бирелә. Әҫәрҙәре нәшер ителә, уҡыу программаһына индерелә. Белгестәр уның әҙәби мираҫын өйрәнә. Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылындағы мәсет,  Үрге Тәтешле ауылындағы Башҡорт гимназияһы билдәле шәхестең исемен йөрөтә. Ғәли Соҡоройға арналған “Урман башҡорто” тигән әҙәби-музыкаль кисә иртәгә була. Сараны Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Тәтешле районы хакимиәте ойоштора. Унда телселәр, артистар һәм үҙешмәкәр коллективтар ҡатнаша.