Башҡортостан ауыл хужалығы яңы техника һәм технология менән тәьмин ителә

Быйыл тармаҡта техника һәм ҡоролмалар алыу өсөн сығымдарҙың 860 миллион һумы республика ҡаҙнаһынан ҡаплана. Был турала хөкүмәт ултырышында белдерелде. 2025 йылда хужалыҡтар 2 мең 200-ҙән ашыу техника алған.  Бының өсөн 12 миллиард һум тотонолған.