Ҡала һәм райондарҙа "Блокада икмәге" акцияһы үтә. Сарала Ленинград ҡамауына арналған батырлыҡ дәрестәре уҙа, фильмдар күрһәтелә, блокадала булған кешеләр менән осрашыуҙар ойошторола. Ленинград ҡалаһы 872 көн фашистар ҡамауында була. Бынан 82 йыл элек, 1944 йылдың 27 ғинуарында блокада өҙөлә.