Иглин районының Кәлтә ауылы халҡы Белгород өлкәһе сигендәге яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйған. Был хаҡта урындағы хакимиәттән хәбәр итәләр. Ирекмәндәр шулай уҡ Белгород халҡы өсөн аҙыҡ-түлек ебәргән. Гуманитар ярҙам эшҡыуарҙар ҡатнашлығында әҙерләнгән. Акцияны “Берҙәм Рәсәй” партияһы ойошторған.