Рейтингты Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы төҙөгән. Башҡортостан 19-сы урындан 12-сегә күтәрелгән. Рейтинг өс өлөшкә бүленә. Сәйәси-идара итеү, социаль һәм финанс-иҡтисади йүнәлештәргә баһа бирелә. Рейтингта төбәк башҡарма власы һәм юғары вазифалы кешеләрҙең эшенә баһа бирелә. Эксперттар әйтеүенсә, республика федераль аҡса йәлеп итә, юғары финанс-иҡтисади тотороҡлоҡ күрәһәтә. Урындағы власть йәмғиәтте берләштереү сәйәсәтен уңышлы алып бара. Иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Финанс университетының Өфө филиалы доценты Рөстәм Камалов һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБеҙҙең республика яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса лидерҙар исемелегендә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала яугирҙарға 54 ярҙам сараһы ҡаралған. 2025 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә 30 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Фронттан ҡайтҡандарҙың 77 проценты эшкә урынлаштырылған.