Республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, беҙҙә 92 һөнәри белем биреү ойошмаһы бар. Уларҙы ремонтлау өсөн йыл һайын бюджеттан аҡса бүлеү тураһында килешелде. Әле 29 колледж тәртипкә килтерелгән. Уларҙа 30 меңдән ашыу студент белем ала. Һөнәри белемгә иғтибар арта. -Беҙҙең бурыс - ошо юлды һайлаған балаларға уҡыу өсөн лайыҡлы шарттар булдырыу, - ти Радий Хәбиров.