Башҡортостан ярҙамы менән Красный Луч поликлиникаһы төҙөкләндерелде

Тәү сиратта ҡыйыҡ, ә артып ҡалған аҡсаларға яңы операция бүлмәһе. Башҡортостан ярҙамы менән Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһында поликлиника төҙөкләндерелгән.

Бер нисә корпуста ҡыйыҡ яңыртылған. Тиҫтәләгән йылдар дауамында ремонт күрмәгән бина үтә таушалған була. Ямғыр һыуҙары үтеп инә торғайны, тип хәтерләй табиптар. Хәҙер пациенттарҙы ҡабул итеү һәм процедуралар үткәреү өсөн шарттар күпкә яҡшырған.

Иҫ киткес ҙур эш башҡарылды. Дүрт бинала ҡыйыҡ тулыһынса яңыртылды, шулай уҡ елләтеү системаһы ла алмаштырылды. Ҡыш башланыу менән үҙгәрештәр һиҙелде. Ямғырҙар ҙа үтмәй, йылы ла юҡҡа сыҡмай. Күләмле эш тамамланғас, ҡалған аҡсаға ике корпуста ҡабул итеү бүлеге һәм шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында операция блогы ла төҙөкләндерелде.

Сергей Перепелица, «Известий» күп профилле дауахана баш табибы

Ни бары ҡыйыҡ алмаштырылған, ә Красный Луч ҡалаһы өсөн был тотош медицина өлкәһенең модернизацияланыуы. Шарттар менән бер рәттән дауалау сифаты ла күпкә яҡшырасаҡ, пациенттар өсөн дә уңайлыҡтар артты, ти табиптар.

Бәлки тәү килеп күргән кешегә, илдең баш ҡалаһы, беҙҙең шеф республика-Башҡортостан халҡы өсөн был күренеш ғәҙәтиҙер, әммә Рәсәй медицинаһы талаптарына саҡ ынтыла башлаған Красный Луч өсөн был иҫ киткес үҙгәреш. Тиҙҙән беҙҙең өсөн дә бындай дауаханалар стандарт булыр тип ышанабыҙ.

Евгений Лубянов, «Известий» күп профилле дауахана табип-психологы