Контрактлы хеҙмәткә студенттарҙы ҡабул итеү шарттары аңлатылды

Пилотһыҙ системалар ғәскәрендә хеҙмәт итеүгә контракт төҙөүсе студенттар академик отпускка иҫәп тотоу хоҡуғына эйә. Хәрби хеҙмәттән һуң улар түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсә ала. Был турала республиканың хәрби хеҙмәткә контракт буйынса һайлап алыу пункты етәксеһе Сергей Родинко белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренә ҡабул итеү башланды. Контракт бер йылға төҙөлә, артабан уны өҙөргә йәки яңыһын төҙөргә мөмкин. Һуңғы осраҡта хәрбиҙең һөнәре һаҡлана-уны үҙенең ризалығынан тыш башҡа ғәскәргә күсереп булмай. Хеҙмәт яу һыҙығынан алыҫта атҡарыла. Пилотһыҙ осоу аппараттарын һөҙөмтәле ҡулланған өсөн 50 мең һумдан ярты миллион һумға тиклем түләүҙәр ҡаралған. Контрактты 18 йәштән 45 йәшкә тиклемге ирҙәр төҙөй ала.

Уҡыу йортонда белем алыусы һәр студенттың академик отпуск алып, хәрби хеҙмәткә контракт төҙөү хоҡуғы бар. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы льготаһын файҙаланып, бюджетта уҡыу хоҡуғына эйә. Егеттәр шулай уҡ дәүләт тарафынан хәрби бәрелештәр ветерандарына ҡаралған барлыҡ льготалар һәм гарантиялар менән файҙаланасаҡ.

Сергей Родинко, Башҡортостандың контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты етәксеһе