Архангелда эскән водитель буксирҙа барһа ла яуаплылыҡтан ҡотолманы

Юл-патруль хеҙмәте экипажы Архангел районы үҙәгендә буксирҙа барған 12-се модель «ВАЗ»-ды туҡтата. Инспекторҙар рулдәге егеттең эскән булыуына шик белдерә. Экспертиза үтеүҙән баш тартҡан водитель машинаһы ватылыуына һылтанып, танышын өйөнә тиклем һөйрәп алып барыуҙы һорай. Транспорт сараһы буксирҙа барһа ла, водителдең эскән килеш идара итеүе ҡағиҙә боҙоу һанала. Шуға ла уға протокол төҙөлә, ә автомобиль штраф туҡталҡаһына оҙатыла. Суд ҡарары менән водителгә 45 мең һум күләмендә штраф һәм ике йылға тиклем таныҡлыҡтан мәхрүм ителеү янай.