«Кесе Ватан-Рәсәй көсө» өсөнсө Бөтә Рәсәй муниципаль форумының Төбәктәр көнөндә Мәләүез районы «Беҙҙең ауыл» программаһын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Форум 28-30 ғинуарҙа Өфөлә үтә һәм унда төбәктең иҡтисади үҫеш өлкәһендә ҡаҙаныштары күрһәтелә. Райондағы 16 ауыл биләмәһенең һәр береһендә күп аҡса талап итмәгән, әммә урындағы халыҡ өсөн оло әһәмиәткә эйә хәл ителәһе мәсьәләләр бар. Бындай башланғыстар өсөн урындағы бюджет аҡсаһын файҙаланыу ҡулай. «Беҙҙең ауыл» программаһы старт алғанға тиклем ауыл халҡы урындағы башланғыстар программаһын тормошҡа ашырыу буйынса ыңғай тәжрибә туплаған. Әлеге проекттар уларҙы әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу, урындағы бюджеттан аҡса йәлеп ителеүе менән оҡшаш. Урындағы башланғыстарҙан айырмалы был осраҡта республика ҡаҙнаһы ҡатнашмай.