Башҡортостанда энергетик һатыу буйынса талаптарҙы боҙоусылар ҙур штраф түләй

Республика парламенты ултырышында ошо турала закон ҡабул ителде. Алкоголһеҙ энергетик эсемлектәр һатыусылар өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, бындай продукцияны мәғариф, медицина, спорт учреждениеларында һатыу тыйыла. Законды боҙоусылар 250 мең һумға тиклем штраф түләйәсәк.