Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай яҙғы сессияның тәүге ултырышын үткәрҙе

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бөгөн яҙғы сессияның тәүге ултырышын үткәрҙе. Парламент ултырышында 4 тиҫтәнән ашыу ҡануни документ ҡаралды. Депутаттар граждандарҙың хоҡуҡтарын, мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса закон проекттарын тикшерҙе, Экология кодексына үҙәрештәр индереү буйынса фекер алышты. Шулай уҡ Дәүләт Думаһына тәҡдим ителәсәк ҡануни башланғыстар ҡаралды. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Бушлай ер участкаһы алыу граждандарҙы борсоған һорауҙарҙың береһе. Һүҙ льготалы категория тураһында бара. Киләсәктә уларҙың һайлау ммөкинлеген арттырыу планлаштырыла. Ошоға тиклем бүлеү, теркәү эше дәүләт тарафынан алып барылһа, хәҙер уны кеше үҙе башҡара ала. Берҙән ер участкаһын һайлап, ҡарап, уңайлы урындан алырға мөмкин, икенсенән документтар менән йөрөү ваҡытын тиҙләтергә була.

Тағы ла бер мөһим ҡануни яңылыҡ Экология кодексына үҙгәрештәр индереү менән бәйле. Закон проекты хәүефле үҫемлек төрҙәренең таралыуына юл ҡуймауға йүнәлтелгән. Республика баҫыуҙарында, ялан-ҡырҙарҙа кешегә зыянлы үҫемлектәр байтаҡ, әле уларҙың исемлеге төҙөлә. Хәүефле үҫемлектәрҙе юҡ итеү ҡарала, шул уҡ ваҡытта был төрҙәр ҡурсаулыҡ биләмәләрендә һаҡланып ҡалырға тейеш.

Депутаттар Дәүләт Думаһынан килгән закон проекттарын да ҡараны. Шулай уҡ федераль йыйылышҡа тәҡдим ителәсәк ҡануни башланғыстар ҙа тикшерелде. Уларҙың береһе граждандарҙың мөржәғәттәре тураһында. Проблеманы ныҡлы өйрәнеү талап ителгәндә күсмә ҡабул итеү уҙғарырға мөмкин, ә бына планға ярашлыларын онлайн режимда үткәрергә була. Видеоконференция форматы коронавирус пандемияһы ваҡытында ла әүҙем ҡулланылды, онлайн ҡабул итеү айырыуса алыҫ райондар халҡы, физик мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн дә уңайлы.

Парламент ултырышында шулай уҡ хәрби хәбәрселәрҙе дәүләт органдарында сиратһыҙ ҡабул итеү, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәргә бушлай юридик ярҙам күрһәтеү, иноагенттарҙы референдумдарҙа күҙәтеүсе хоҡуғынан мәхрүм итеү һәм башҡа һорауҙар буйынса закон проекттары ҡаралды.

Рәмзиә Кәримова