Өфө радиоэлектроника колледжы «Профессионалитет» проектының ил лидерҙары иҫәбендә

Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы «Профессионалитет» проектын тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәйҙә алты лидерҙың береһе тип танылды. Уҡыу йорто студенттарын һәм уҡытыусыларын оло уңыштары менән Радий Хәбиров ҡотланы. Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, йыл һайын колледждарҙы ремонтлауға төбәк бюджетынан аҡса бүленә.

Бөгөнгә 29 учреждение, шул иҫәптән былтыр 15 уҡыу йорто тәртипкә килтерелде. Был мөһим мәсьәләне хәл итеүҙә федераль коллегалар ҙа ярҙам итә. «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» проекты ярҙамында былтыр ғына Башҡортостандың 5 колледжында капиталь ремонт үткәрелгән. Эштәрҙе берлектә финанслау шаттарында быйыл тағы ла 8 махсус белем биреү учреждениеһын төҙөкләндереү ҡаралған, улар нигеҙендә яңы һөнәри белем биреү кластерҙары булдырыла. Туғыҙынсы класты тамамлаусыларҙың 60 проценттан ашыуы колледж студенттары булып китә. Беҙҙең бурыс-был юлды һайлаған балаларға лайыҡлы шарттар тыуҙырыу тип яҙған Башҡортостан башлығы.