Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте» ултырышында туристик һәм сауҙа проекттарын хупланы

Бөгөн Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәтене»нең сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда туристик тармаҡта, сауҙала һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар хупланды. Тәүҙә кәңәшмәлә Нефтекама миҫалында бизнес-шерифтың эшмәкәрелеге ҡаралды. Муниципалитеттың эшҡыуарҙар менән үҙ-ара эш итеүгә етәкселек иткән Лилиә Петрова әйтеүенсә, ҡалала дөйөм инвестициялар күләме 24 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән 50 ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Былтыр Нефтекамала 52 «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» үткәрелгән, уларҙа 125 башланғыс ҡаралған. «Нефтекама»ның йылдам үҫеш биләмәһендә лә динамика яҡшы. Уның резиденттары үҙ проекттарын тормошҡа ашырыуға 2 миллиард 200 миллион һум аҡса йүнәлткән.

«СтройЗаказ» компанияһы етәкселеге Стәрлетамаҡта «Шахтау» сауҙа рәттәрен төҙөү проектын тәҡдим итте. Заманса комплекс ҡала һәм яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн тауарҙарҙың киң ассортиментын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Инвестицияларҙың дөйөм күләме-185 миллион һум. Кәңәшмәлә шулай уҡ Ауырғазы районы үҙәгендә күп функциялы комплекс, Иглин районы Сыуаш-Ҡыбау ауылында халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәге, Бөрйән районында ял базаһы төҙөү проекттары тикшерелде. Ултырышта ҡаралған бар проекттарға ла ярҙам саралары сифатында өҫтөнлөклө статус биреләсәк. Бынан тыш, урындағы хакимиәтттәр ер участкаларын ҡуртымға алыуҙа булышлыҡ итәсәк.