«Бәхет әфлисуны» Мәктәп уҡыусыһынан социаль хәйриә проекты. Уны Өфө районы Дмитриевка ауылы мәктәбе уҡыусыһы Камилә Хөсәйенова дуҫтары һәм мәктәп уҡыусылары ярҙамында тормошҡа ашырған. Урамда ҡалған йорт хайуандарына ярҙам итеүселәр менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
7 класс уҡыусыһы Камилә Хөсәйенова киләсәктә мал табибы булырға хыяллана. Ҡыҙ йыш ҡына урамда тапҡан йорт хайуандарын өйөнә алып ҡайта, тәрбиәләй һәм һуңынан социаль селтәрҙәр аша мәрхәмәтле ҡулдарға тапшыра. Ижади ҡарашлы, тырыш уҡыусы ҡараусыһыҙ ҡалған берәҙәк эт-бесәйҙәргә ярҙам итеү идеяһы менән «Беренселәр» хәрәкәте координаторы менән бүлешә. Һөҙөмтәлә Камиләнең проекты хуплау таба, «Бәхет әфлисуны»на тотош мәктәп ҡушыла.
Изгелек сылбырын башлаусыларға социаль селтәрҙәр аша ҡушылыусылар ҙа етерлек.Дмитриевка ауылы мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары «Бәхет әфлисуны»акцияһы сиктәрендә малай-ҡыҙҙарға ҡулдан эшләнгән амулет тәҡдим итә. Ә уны һатыуҙан йыйылған аҡсаға йортһоҙ хайуандарға ашарға алалар.
Әлеге ваҡытта «Бәхет әфлисуны» һәр баланың күкрәгенә һәм биштәренә ҡаҙалған.Күмәк көс менән 600 ашыу амулет һатылған, йәмғһе 24 мең һумлыҡ аҡса йыйылған. Ризыҡтың тәүге партияһын дүрт аяҡлылар тәмләп ҡараған да инде. Камилә Хөсәйенваның хәйриә проектын әсәһе лә хуплаған.
Дмитриевка ауылы мәктәбендә башланған«Бәхет әфлисуны» проекты ул бәләкәй генә эш менән донъяны сағыуыраҡ һәм мәрхәмәтлерәк итеү өлгөһө лә. Мәрхәмәтлек акцияһы йәмғиәттә үҙ- ара ярҙам ды нығыта, ижади һәм шәхси үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
«Бәхет әфлисуны» проекты ул тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәрткән изге эш. Камилә Хөсәйенова һәм проект командаһы тырышлығы менән малай-ҡыҙҙар йортһоҙ хайуандар хаҡында хәстәрлек күрергә өйрәнә.
Гүзәл Борханова