Өфөлә “Ҡайтарылған исемдәр” һәм “Башҡорт йәшмәһе” йорто асыла

Республика милли музейында ойошторолған журналистар осрашыуында ошо турала белдерелде. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн экскурсия ойошторолдо. Фондта һаҡланған экспонаттар күрһәтелде. Донъяға билдәле 5 килограмм ауырлыҡтағы “Ирәндек айыуы” алтынын тотоп ҡарап мөмкинлеге лә бирелде. “Музейҙа яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем эш алып барыла”, - тип белдерҙе директор Рөстәм Исхаков.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Музейҙа бал ҡорттары икенсе йыл ҡышлай.  Улар өсөн бар шарттар тыуҙырылған”, - ти бүлек мөдире Эльвира Хажиәхмәтова. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Милли музейҙа һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн шарттар булдырыла. Учреждение брайл шрифтында яҙылған махсус экспонаттар менән тулылана.