Башҡортостанда янғындарҙа һәләк булыусылар һаны кәмегән

Был турала Премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итте. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса күрһәткестәр 20 процентҡа аҙайған. – Район һәм ҡалаларҙа хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә. Быйыл 40 мең янғындарҙы иҫкәртеүсе ҡорлма тапшырыла, өҫтәмә 15 техника, автоцистерналар һатып алына, тип белдерҙе Андрей Назаров.