Республика хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, йыл аҙағына тиклем 126 километрға газ торбалары һуҙыла. Программаға ярашлы, 101 тораҡ пункты һәм 124 баҡсасылыҡ ширҡәттәрендәге йорттарҙы зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу ҡарала. Айырым төркөмгә ингән кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Бынан тыш, шәхси йортҡа тиклем газ торбаһы бушлай һуҙыла.