Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында республика бәйгеһе еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, һөнәри ярышта республиканың 7 районынан 42 педагог ҡатнашты. Конкурста баш ҡаланың 251-се һанлы балалар баҡсаһы хеҙмәткәре Алһыу Селезнева абсолют еңеүсе тип танылды.