"Башҡортостан пилотһыҙ ғәскәрҙәрендә хеҙмәт" чат-боты булдырылды

Телеграмдағы виртуаль ярҙамсы барлыҡ көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға булышлыҡ итә. Быға тиклем башбат.рф порталы яңыртылды. Бында пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре тураһында мәғлүмәттәр урынлаштырылды. Хәрби контракт төҙөүселәр өсөн һәр төрлө өҫтөнлөктәр бар. Яугирҙар алғы һыҙыҡтан алыҫта хеҙмәт итә. Контракт бер йылға тәҡдим ителә, хәрбиҙең ризалығынан башҡа уға башҡа төр бурыс йөкмәтергә, икенсе ғәскәргә күсерергә ярамай. Ошо һәм башҡа мәғлүмәттәр тураһында шулай уҡ 122 һандарына шылтыратып белешергә  мөмкин.