Ул ил хөкүмәте ҡарауына тапшырылған. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, төҙәтмәләр ағас-ҡыуаҡ ҡалдыҡтарын утилләштереүгә ҡағыла. Байрамдан һуң яңы йыл шыршыларын контенйерҙарға ташлайҙар. Яҙын һәм көҙөн экологик өмәләрҙән һуң да сүп йыйыла. Уны көнкүреш ҡалдығы тип атарға, бөтә төбәктәрҙә берҙәй утилләштерергә кәрәк. Федераль закон ҡабул итеү берҙәм механизм булдырыу мөмкинлеге бирә, ти Башҡортостан парламенты рәйесе.