Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, даими рәүештә рейдтар ойошторола. Башҡортостанда һунарсылыҡ биләмәләре 12 миллион гектарҙан ашыу майҙан биләй. Уҙған йылда полиция, техниканы күҙәтеү хеҙмәткәрҙәре менән 3 меңдән ашыу рейд уҙғарылған. 4 мең һунарсы тикшерелгән. Бындай рейдтар һунарсылыҡ һәм техниканы күҙәтеү өлкәһендә закон боҙоусыларҙы асыҡларға ярҙам итә, тип белдерәләр ведомствонан.