Башҡортостанда яңы уңыштан 200 мең тонна шәкәр етештерелгән
Ауыл хужалығы министрлығынан
хәбәр итеүҙәренсә, Раевка һәм Шишмә заводтарына миллион ярым тонна шәкәр
сөгөлдөрө ҡабул ителгән. 2025 йылда татлы тамыр 43 мең гектарҙа сәселгән. 2
миллион тоннанан ашыу уңыш алынған.