Башҡортостан тәжрибәһе коррупцияға ҡаршы көрәштә уңышлы миҫал тип танылды

Рәсәйҙә коррупцияға ҡаршы көрәш милли маҡсатҡа тиң, ә махсус хәрби операция осоронда уның әһәмиәте тағы ла арта. «Сәйәси мәғлүмәт үҙәге» генераль директоры Алексей Мухин докладында билдәләүенсә, хоҡуҡ һаҡсылары һәм урындағы власть органдары берҙәм йүнәлештә эшләгәндә юғары һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин. Докладта Башҡортостан тәжрибәһе уңышлы миҫал булараҡ ҡарала. Республика коррупцияға ҡаршы Рәсәй рейтингында 11-се урынды биләй.

Эксперттар әйтеүенсә, 2024 йылдан коррупция менән бәйле енәйәтселек әүҙем эшмәкәрлек алып барылған тармаҡтарҙа күҙәтелә. Бынан тыш коррупция осраҡтарын кисектереү маҡсатында профилактика эше мөһим. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса төбәктә коррупцияға ҡаршы системалы һәм күп яҡлы эш алып барыла. Коррупция осраҡтары асыҡланған хәлдә ғәйепле шәхестәр оператив рәүештә вәкәләттәренән бушатыла. Республикала коррупция менән көрәш өсөн хоҡуки база камиллаштырыла.