Шаран районының тағы ла ике ауылы урындағы башланғыстар программаһында ҡатнашырға ҡарар итте

Ошо уңайҙан Дмитриева Поляна менән Тархан ауылдарының «Еңеү төйөнө» ирекмәндәр клубы ағзалары махсус хәрби операция биләмәһенә маскировка селтәрҙәре үреү, йылы билбау, мендәрҙәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар әҙерләү ойошторҙо. Һәр эште берҙәм башҡарырға өйрәнгән биләмә халҡы урындағы башланғыстар программаһы ярҙамында быйыл Тархан ауылындағы Йылға урамына ҡырсынташ түшәргә ниәтләй.

Райондың Иҫке Кичкинәш ауыл халҡы ла ошондай уҡ маҡсат менән яна. Конкурста еңгән осраҡта улар Подгорная урамын төҙөкләндерергә иҫәп тота. Программала теркәлеү буйынса инициатив төркөм махсус хәрби операцияла һәләк булған кесе лейтенант Евгений Сәйетовтың әсәһе Любовь Сәйетованың йортонда марый халҡының кис ултырыу йолаһын ойошторҙо. Ҡатын-ҡыҙҙар фронтҡа йылы ойоҡбаштар бәйләне. Әхирәттәр фронтҡа ярҙам итеү өсөн бер генә ирекмәнлек эшенән дә ситтә ҡалмай.