Башҡортостан быуаларының береһендә үрсетелгән балыҡ партияһында антибиотиктар булыуы асыҡланған. Улар Россельхознадзор хеҙмәткәрҙәре тарафынан планлы тикшереүҙәрҙең береһендә асыҡлаған. Лаборатор тикшеренеүҙәр ҙә антибиотиктарҙың норманан күпкә юғарыраҡ булыуын асыҡлаған. Бындай балыҡ кеше ғүмере өсөн ни тиклем хәүефле икәнен хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.
Был карптың кемдеңдер аш бүлмәһенә эләгеү ихтималлығы ла көслө була. Әммә быға химия-токсикология бүлеге белгестәре нөктә ҡуйып өлгөрә. Балыҡта антибиотиктар асыҡланыу һатып алыусыларҙың һаулығы өсөн үтә лә хәүефле факт. Был балыҡ партияһы төбәктең сауҙа кәштәләренә эләкмәүе һөйөнөслө. Белгестәр алдында балыҡ етештереүселәрҙең ни өсөн рөхсәт ителгән норманан күп тапҡырға артығыраҡ антибиотик теркәлеү сәбәбән дә асыҡлау мәсьәләһе тора.
Антибиотиклы балыҡ йәки башҡа аҙыҡ ҡулланғанда кешелә уларға ҡарата тотороҡло бактериялар штаммы барлыҡҡа килә. Был кешеләрҙә инфекция сирҙәрен дауалауҙы ҡатмарлаштыра.Тимәк, дауалау кәрәк булған осраҡта, бындай дарыу кешегә тәьҫир итмәй. Антибиотиктар ҡулланыу күптән инде балыҡ үҫтереү технологияһының бер өлөшө булыуын да оноторға ярамай. Был процесс ҡәтғи регламентланған булырға тейеш.
Белгестәр балыҡ етештереүселәр антибиотиктарҙың кеше дауалауҙа бик ҡулланылмай торған 70-80-се йылдарҙа актуаль булғандары менән эш итергә тейеш. Әммә балыҡта осраған юғары күрһәткестәр норманан тайпылыу булып тора.Ете йыл дауамында республика гипермаркттарын балыҡ менән тәьмин итеүсе Максим Коледаның иһә балыҡ һайлауға үҙ ҡарашы.
Халыҡҡа тәҡдим ителгән балыҡтың сифаты һәм таҙалығы өсөн сауҙа етәкселәре лә иғтибарлы.
Белгестәр супермаркеттарҙа балыҡ һайлағанда етештереү датаһын һәм ҡулланыу мөҙҙәтен, һаҡлау шарттарын һәм витриналағы температураны тикшерергә кәңәш итә. Шикләнгән осраҡта балыҡты һатып алмау хәйерлерәк. Нисек кенә булмаһын Таҙа балыҡ-хәүефһеҙлек һәм сәләмәтлек нигеҙе.
Гүзәл Борханова