Ижади проект муниципалитет ярҙамында тормошҡа ашырыла. Урындағы хакимиәт етәкселеге ҡул эштәре оҫталары Нәфисә Ғилметдинова менән Ләйсән Низаметдинованың башланғысын хуплап, бина мәсьәләһен хәл иткән. Үҙәктә кейеҙ баҫыу, сигеү, тегеү, ағас семәрләү кеүек шөғөлдәрҙе үҙләштерергә мөмкин, күп төрлө оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмә, йәрминкәләр уҙғарыу ҡаралған.
Креатив индустрияны үҫтереү-республика иҡтисадының мөһим йүнәлештәренең береһе. Районда был йәһәттән системалы эш алып барыла, берҙәм ижади команда тупланған. Киләсәктә оҫтахана ҡарамағында магазин асыу ҙа планлаштырылған. Кәсепселәргә тауарҙарын халыҡҡа тәҡдим итеү мөмкинлеге буласаҡ. Оҫталыҡ дәрестәренә килгәндә, йәш быуын менән эште йәнләндереү, боронғо шөғөлдәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу бурысы ҡуйылған.