Күренекле шағир, мәғрифәтсе һәм дин әһеле иҫтәлегенә. Өфөлә Ғәли Соҡорой-Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейековтың тыуыуына 200 тулыуға арналған хәтер сараһы үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан уҙғарылған осрашыуҙа ғалимдар, тарихсылар, филологтар, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашып, шәхестең тормош юлы, ижады, ҡулъяҙмалары тураһында фекер алышты. Бөгөн белгестәр Ғәли Соҡоройҙың бай мәҙәни мираҫын өйрәнеү, халыҡҡа еткереү буйынса ҙур эш алып бара.
Башҡортостанда Ғәли Соҡорой иҫтәлегенә арналған саралар республика башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы алып барыла. Тәтешле районында шәхестең исемен мәңгеләштереү буйынса саралар уҙғарылған, шулай уҡ шағир исемен йөрөткән музей яңы экспонаттар менән тулыланған. Өфөлә үткән хәтер сараһында учреждение хеҙмәткәрҙәре тарафынан күргәҙмә лә ойошторолдо, китаптары һәм ҡулъяҙмалары халыҡ иғтибарына тәҡдим ителде.