Башҡортостанда 2025 йылда балалар ышаныс телефонына 17 мең тапҡыр шылтыратҡандар

Мөрәжәғәт итеүселәрҙең 12 меңдән күберәге үҫмерҙәр.Шулай  уҡ  ата-әсәләр психологик ярҙам һораған. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты  социаль яҡлау министры  Ленара Иванова белдереүенсә, 1 мең 300-гә  яҡын мөрәжәғәт ғаиләләрҙә йәберләүгә бәйле булған. Балаларҙың ышаныс телефонына, 8-800-2000-122, йә 124 һандарына бушлай тәүлек әйләнәһе шылтыратырға мөмкин.